Бөтә яңылыҡтар
23 Август 2019, 11:20

Юлдарыбыҙ төҙөкләнеп бөтөрмө?

Юлдарҙы йүнәтеү һаман да дауам итә. Саҡыр-соҡорло урамдарыбыҙ берәй ҡасан төҙәтелеп бөтөрмө? Әлегә билдәһеҙ.

Быйыл ғына, мәҫәлән, республикабыҙҙа «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн яҡынса 8,2 миллиард һум тотона, шуның 4,7 миллиарды федераль ҡаҙнанан күсерелә. Был сумма 200 саҡрым самаһы юл йүнәтеүгә һәм төҙөүгә, шулай уҡ Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел күперен һалыуға йүнәлтелә.

Эштәр заманса технологиялар ҡулланылып башҡарыла, 15 920 квадрат метр майҙанда 5000 тоннанан ашыу асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәлгән. Бынан тыш, юл ситтәре нығытылған һәм юлға тамға яһалған.

Юлдарҙы йүнәтеүҙән тыш, реконструкция проектында юл билдәләре, светофорҙар ҡуйыу ҙа күҙ уңында тотола. Шулай уҡ күрһәтелгән биләмәләрҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фото, видеотеркәү комплекстары, автоматлаштырылған ауырлыҡ контроле пункттары урынлаштырыла.


Читайте нас: