– Был көндө бөтә республика буйынса иҫерткес эсемлектәр, шул иҫәптән һыра һатылмаясаҡ. Иҫерткес эсемлектәрһеҙ Йәштәр көндәрен һәм һабантуйҙарҙы уҙғарыу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, бындай сикләүҙәр индереүҙе халыҡ аңлап ҡабул итә. Был сара йәмәғәт тәртибен тәьмин итергә ярҙам итә. Йәштәр мөхитендә иҫерткес эсемлектәр ҡулланыусыларҙың һанын да кәметер, тип өмөт итәбеҙ, – тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.