Бөтә яңылыҡтар
26 Август 2019, 11:16

Сүп-сарыбыҙ нисек эшкәртелер?

«Экология» милли проекты сиктәрендә республикабыҙҙа сүп-сарҙы йыйыу һәм утилләштереү мәсьәләләре ҡаралды. Кәңәшмә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитетында үтте.

Был тармаҡта хәлдәр бигүк еңелдән түгел, күп мәсьәләләрҙе хәл итәһе бар, тип билдәләне милли проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса төркөм етәксеһе Зариф Байғусҡаров.

– Дыуан, Дүртөйлө, Яңауыл, Благоварҙа сүп-сарҙарҙы сорттарға айырыу комплекстары буйынса дүрт проект әҙерләнә. Был ҙур булмаған комплекстар бөтә республиканың проблемаһын хәл итә алмай. Был сорттарға бүленгән сүп-сар тағы нисек эшкәртелеүе йәки утилләштерелеүе һорауы ла бар. Шуға беҙгә Өфө эргәһендә завод кәрәк, тип иҫәпләйем. Федераль ҡаҙнанан аҡса бүленһен өсөн, бөтәһен дә эшләргә әҙермен, тик һәйбәт проекттар кәрәк, – тине ул.

Читайте нас: