Бөтә яңылыҡтар
27 Август 2019, 11:07

«Һайла, Өфө!» фотоконкурсы башланды

IPhone XS, IPad, Apple Watch смарт-сәғәте, смарт-телевизор һәм Power Bank кеүек шәп бүләктәр отҡоғоҙ киләме? Республикабыҙҙың баш ҡалаһында «Һайла, Өфө!» фотоконкурсы башланды.

Унда 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала. Бының өсөн нимә эшләргә һуң? Бәйгенең «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөнән https://vk.com/vybirajufa конкурс башланыуы тураһында яҙмаға репост эшләргә, һуңынан 8 сентябрҙә һайлау биләмәһендә үҙеңде тауыш биреү ваҡытында фотоға төшөрөп, шул уҡ көндә уны киске сәғәт 9-ға тиклем #ҺайлаӨфө, #ӘйҙәҺайлаӨфө хэштегтары менән сәхифәңә һалырға кәрәк.

Был фотоконкурсҡа йомғаҡ 10 сентябрҙә «Бәйләнештә» социаль селтәрендә конкурстың рәсми төркөмөнөң тура эфирында яһала. Конкурсты ойоштороусылар – Өфөнөң Йәмәғәт палатаһы һәм ҡала Советы ҡарамағындағы йәмәғәт палатаһы.

Читайте нас: