Бөтә яңылыҡтар
27 Август 2019, 09:39

Электрон хеҙмәттәр күрһәтеләсәк

Республика дәүләт автономиялы учреждениеһында Күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге «Күп функциялы үҙәктә – электрон хеҙмәттәр» пилотлы проектын тормошҡа ашыра башланы. Башҡортостанда бындай мөмкинлек «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә булдырылды.

Проект баш ҡалабыҙҙың «Аркада» сауҙа үҙәге, «Яңы күпер» урамында урынлашҡан залдарҙа, шулай уҡ Күмертау, Ишембай ҡалаларында ғәмәлгә ашырыла. Учреждение хеҙмәткәрҙәре дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең берҙәм порталында ғариза биреүселәр менән консультациялар алып барасаҡ.

«Һанлы иҡтисад» милли проектының йүнәлеше булараҡ, Күп функциялы үҙәктә республика халҡына электрон рәүештә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүе бигерәк тә уңайлы. Августың һуңғы декадаһында старт алған был пилотлы проект ошо йылдың 31 декабрендә тамамланасаҡ. Ә уның һөҙөмтәһе буйынса учреждениеның бөтә бүлексәләрендә лә электрон хеҙмәттәр булдырыу ҡарала.



Читайте нас: