Бөтә яңылыҡтар
27 Август 2019, 20:19

Өфөлә башланғыс синыф, математика, физика һәм химия уҡытыусылары кәрәк

Бөгөн Өфө мәктәптәрендә уҡытыусылар менән тәьмин ителеш – 99%. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова белдергән. Әлеге ваҡытта баш ҡала мәктәптәрендә 128 уҡытыусы етешмәй.

«Беҙ ошо йүнәлештә эшләүҙе дауам итәбеҙ һәм уҡыу йылы башына был мәсьәләне хәл итергә тейешбеҙ», – тип ышандыра Өфө ҡалаһы вице-мэры.

Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова һүҙҙәренсә, йәш белгестәр мәктәпкә барһа, уларҙың бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Яңы эш башлаған уҡытыусының 18 сәғәт менән хеҙмәт хаҡы 20 – 23 мең һум тәшкил итә. Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 35 мең 352 һумға тиң.

Шулай уҡ Өфө мәктәптәрендә психологтар етешмәй. Атап әйткәндә, әлеге мәлдә 162-се яңы полилингваль күп профилле мәктәпкә (Димдәге «Сағыу» биҫтәһендә) инглиз телен белгән математика, химия уҡытыусылары, логопед кәрәк.

Читайте нас: