Бөтә яңылыҡтар
27 Август 2019, 10:50

Путин балаларҙың үлем осраҡтары менән ҡыҙыҡһынды

Рәсәй Президенты Владимир Путин республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.

Уның барышында Башҡортостандың социаль-иҡтисади хәле, демографик мәсьәләләр ҡаралды. Ил етәксеһе төбәктә балаларҙың үлем осраҡтары ил буйынса юғарыраҡ булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Радий Фәрит улы тыуым һәм үлем буйынса күрһәткестәрҙең ысынбарлыҡта шундай булыуын һәм төбәк властары был хәлде төҙәтәсәген белдерҙе, шул иҫәптән сабыйҙар ҡарау иҫәбенә. Владимир Путин ошо мәсьәләгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләне.

Радий Хәбиров осрашыу ваҡытында республиканың тағы өс ҡалаһына йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын биреү мәсьәләһендә ярҙам иткәне өсөн Владимир Путинға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.



Читайте нас: