Бөтә яңылыҡтар
28 Август 2019, 16:18

Ҡанатлы ат статуэткаһы һәм 1 миллион һум – Саха-Яҡутстан ҡунағына!

Өфөлә IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваль тамамланды.

Конгресс-холдағы бүләкләү тантанаһында Гран-при – ҡанатлы ат статуэткаһы һәм 1 миллион һумлыҡ сертификат «Минең янымда ҡояш байымай» фильмы өсөн Саха-Яҡутстандан Любовь Борисоваға тапшырылды. Төп призды бүләкләнеүсе жюри рәйесе, театр һәм кино йондоҙо, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Сергей Шәкүровтың ҡулынан алды.

Шулай уҡ “Минең янымда ҡояш байымай” иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы булып билдәләнде. Башҡортостандан бүләкләнеүселәр – «Өфөнән һөйөү менән» – режиссёры Айнур Асҡаров, «Беҙҙең өй ниңә моңая?» – режиссёры Кристен Гайнет. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының махсус бүләге актриса Нурия Ирсаеваға, режиссёрҙар Роман Пожидаев менән Руслан Юлтаевтарға тапшырылды. Иң яҡшы оператор эше өсөн Ғилуан Әмиров исемендәгенә – Рафаил Сарваевтың «Синыфтан тыш дәрес»е лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: