Бөтә яңылыҡтар
28 Август 2019, 14:53

Резюмела – яңы яҙыу

2020 йылдан «Рәсәйҙә эш» порталында эш эҙләү буйынса резюмела яңы мәғлүмәт өҫтәләсәк.

Ул да булһа – ирекмәнлек программаһында ҡатнашыу тураһында графа. Был турала Рәсәй Хеҙмәт министрлығының матбуғат үҙәге белдергән.

Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа ирекмәндәр күбәйә бара. Улар төрлө сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнаша, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итә һәм башҡа эштәр башҡара. Ирекмәнлек хәрәкәтенә 14 йәштән ҡушылырға мөмкин.
Читайте нас: