Бөтә яңылыҡтар
28 Август 2019, 12:49

Сентябрь осоро һынауҙары башлана

Республикабыҙҙа сентябрь осоро дәүләт йомғаҡлау аттестациялары башлана.

Унда Берҙәм дәүләт, Төп дәүләт имтихандарында мотлаҡ һаналған фәндәрҙән ҡәнәғәтләнерлек булмаған һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар көсөн һынай. Үткән йылдарҙағы сығарылыш синыф уҡыусылары, быйыл урта белем тураһында аттестат алыусылар, ҡәнәғәтләнерлек һөҙөмтәләрен тағы яҡшыртырға теләүселәр ҡатнаша алмай.

Төп дәүләт, Берҙәм дәүләт, дәүләт сығарылыш имтихандары көндәре ваҡыттары билдәләнгән:

3 сентябрь – урыҫ теле (БДИ, ТДИ, ДСИ);

6 сентябрь – база кимәлендәге математиканан БДИ, математиканан дәүләт сығарылыш имтиханы, Төп дәүләт имтиханы;

9 сентябрь – тарих, биология, физика, география (ТДИ);

11 сентябрь – йәмғиәтте өйрәнеү, химия, информатика һәм мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар (ТДИ);

13 сентябрь – сит телдәр (ТДИ);

16 сентябрь – урыҫ теле (ТДИ);

17 сентябрь – тарих, биология, физика, география (ТДИ);

18 сентябрь – математика (ТДИ);

19 сентябрь – йәмғиәтте өйрәнеү, химия, информатика һәм мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар, әҙәбиәт (ТДИ);

20 сентябрь – урыҫ теле (БДИ, ДСИ), база кимәле буйынса БДИ, математиканан дәүләт сығарылыш имтиханы;

21 сентябрь – бөтә уҡыу фәндәре буйынса (ТДИ).
Читайте нас: