Бөтә яңылыҡтар
28 Август 2019, 14:59

«Яндекс-навигатор» иҫкәртә

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан «Яндекс Навигатор» водителдәрҙе мәктәпкә яҡынлашыуҙары тураһында иҫкәртә башлаясаҡ.

Ҡушымтала «Һаҡ булығыҙ, балалар» тигән билдәләр барлыҡҡа килә, тиҙлек артығыраҡ икән, «Иғтибарлы булығыҙ: алда – мәктәп» тигән иҫкәртеүҙе ишетергә мөмкин буласаҡ.

Уҡыусылар үҙҙәре лә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен ине, сөнки бәлә аяҡ аҫтында: юл аша тейешле урындарҙан, машиналар туҡтағас, һаҡ ҡына сығырға кәрәк.

Читайте нас: