Программаны ғәмәлгә ашырыуға аҡса республика һәм федераль ҡаҙнанан бүленә. Был программа сиктәрендә ҡан әйләнеше менән сирлеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн республикабыҙҙың медицина учреждениеларына юғары технологиялы хәҙерге заман ҡоролмалары алына. Әйткәндәй, ошо йылдың аҙағында тиклем баш ҡаланың тиҙ ярҙам күрһәтеү, 13-сө ҡала клиник, Белорет үҙәк район дауаханалары һәм республика кардиологик үҙәге йыһазландырыласаҡ.