Был программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның өсөн федераль ҡаҙнанан 151 миллиард һум аҡса ҡаралған. Быйыл иһә «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проектын тормошҡа ашырыуға ҡаҙнанан 163,6 миллион һум бүленгән. «Экология» милли проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем бер гектар ҡырҡылған урман урынына шул уҡ кимәлдәге урман ултыртылырға тейеш.