Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктә шундай ҙур күләмдәге төҙөлөштәр булғаны юҡ ине әле. Әлеге сафҡа инәсәк белем усаҡтарының бөтәһе лә «Мәғариф» милли проекты буйынса төҙөлә. Был хаҡта һүҙ Рәсәйҙең премьер-министры Дмитрий Медведев үткәргән селектор кәңәшмәһендә барҙы.
Тәүге уҡыу көндө Өфөлә беренсе яңы полилингваль мәктәп асылды, был 162-се мәктәптә уҡытыу бер нисә телдә алып барыласаҡ. Бында сит һәм туған телдәр тәрәнәйтеп өйрәнелә. Алдағы йылдарҙа полилингваль мәктәрҙең һанын 14-кә еткереү күҙаллана.