Ошо уңайҙан бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Монголияла рәсми эш сәфәре башлана. Ил етәксеһе ошо еңеүгә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ сикләнгән һәм киңәйтелгән составта һөйләшеүҙәр алып барыу, Монголия Президенты Халтмаагийн Баттулга менән килешеүҙәр төҙөү ҙә ҡаралған.