Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 ноябргә тиклем ошондай аҡсалата түләүҙәрҙе булдырырға ҡушты. Был хаҡта Кремль сайтында хәбәр ителә.
Шулай уҡ Алыҫ Төньяҡтағы райондарҙың ауыл, ҡала рәүешендәге ҡасабаларына, Артик зоналарға, транспорт бигүк үтеп инә алмаған биләмәләргә күсеп барыусы табиптарға ла бер тапҡыр бирелә торған түләү булдырыу ҡарала.
Унан тыш, 1 октябргә тиклем йәш белгес, табип-остаз тигән төшөнсәләрҙе ҡануни рәүештә индереү күҙаллана. Был осраҡта яңы медицина уҡыу йортон бөтөүселәр тәжрибәле белгестәрҙең ҡул аҫтында эшләй аласаҡ.
Әйткәндәй, ил башлығы Владимир Путин август айында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһына арналған кәңәшмә үткәргәйне. Бында ул төбәктәрҙә ошо өлкәне модернизациялау йәһәтенән махсус программалар әҙерләргә ҡушты, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы тураһында ла һүҙ барҙы.