Бөтә яңылыҡтар
5 Сентябрь 2019, 11:05

Малайзия – Рәсәйҙең партнёры

– Малайзия Азияла Рәсәйҙең өҫтөнлөклө партнёры булып тора. Беҙҙең илдәр араһында мөнәсәбәт ыңғай үҫешенә бик шатбыҙ, – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин премьер-министр Махатхир Мохамад менән осрашыуында.

Ул Көнсығыш иҡтисад форумы сиктәрендә үткән эшлекле һөйләшеүҙәр файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булырына өмөт тә белдерҙе.

– Был сара ике яҡлы һөйләшеү алып барыу мөмкинлеге тыуҙырыуына ла шатмын, – тине ил лидеры.

Быйыл Көнсығыш иҡтисад форумы бишенсе тапҡыр уҙғарыла һәм 4 – 6 сентябрҙә үтә.



Читайте нас: