Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һәм дауахананың баш табибы Эльза Сыртланова һаҡсыл медицина технологияларының нисек ғәмәлгә ашырылыуын һөйләне.
– «Һаҡсыл поликлиника» проекты пациенттың ваҡытын һаҡлап, кабинеттар буйлап йөрөүҙән, сиратта тороуҙан ҡотолдороп, сифатлы медицина ярҙамы алырға булышлыҡ итә, – тине Эльза Сыртланова.
Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров клиник-диагностика лабораторияһын да ҡараны. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе төбәктә бындай лабораторияларҙы үҙәкләштерәсәктәрен дә белдерҙе. Был эш сифатын яҡшыртырға, ҡоролмаларҙы яңыртырға, бинаны төҙөкләндерергә ярҙам итәсәк.
Был медицина учреждениеһында онкология ауырыуҙары менән әүҙем көрәш алып барыла. 1 июлдән 13-сө ҡала дауаханаһында амбулатор үҙәк тә эшләп килә. «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә яман шеш ауырыуҙарын табырға ярҙам иткән табиптарға аҡсата түләүҙәр алыу өсөн сертификаттар ҙа тапшырылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса сараларға 2019 йылда 5 миллиард һум аҡса ҡаралған, шуларҙың яртыһы федераль ҡаҙнанан бүленә.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан