Был дәүләт программаһы федераль ҡаҙна иҫәбенә эшләйәсәк, уның менән йәш ғаиләләр ҡуллана ала. Ипотеканы яңы торлаҡ йәки йорт төҙөү өсөн алырға мөмкин. Шәп, эйе бит?
Рәсәй Президенты Владимир Путин һүҙҙәренсә, был тәжрибә башҡа төбәктәргә индерелмәй әле. Ни өсөнмө? Уның маҡсаты – Алыҫ Көнсығышҡа махсус белемле белгестәрҙе йәлеп итеү, тип белдерҙе ил етәксеһе.
Әйткәндәй, әле Алыҫ Көнсығышта ташламалы ипотека 5 процентҡа ғына бирелә. Уның менән 2019 йылдың 1 ғинуарынан икенсе һәм артабанғы балалары тыуғандар ҡуллана ала.