Ул иртәнсәк «Портрет» тапшырыуында төштө. Шунан йәш тележурналистар, «Тамыр» тапшырыуҙарын алып барыусылар өсөн матбуғат кәңәшмәһе үткәрҙе.
– Оксана Викторовна беҙгә тележурналист серҙәрен асып бирҙе. Телевидение сәйәсәттән нисек айырыла, һорауҙарҙы нисек ҡыҙыҡлыраҡ итеп бирергә һәм тулы яуаптар алырға, мәҫәлән. Ә үҙенән: «Интервью алыуы оҡшаймы әллә биреүеме?» – тип һорағас, мин тыңларға яратам, тине. Ысынлап та, кешене тыңлай, ишетә белергә һәм һығымта яһап, үҙ фекереңде матур итеп еткерә белергә кәрәк, – ти «Тау-тау хәбәр» яңылыҡтар тапшырыуын алып барыусы егеттәр Салауат Заманов менән Айгиз Хәсәнов.
Рөстәм Төхвәтов иһә «Портрет» тапшырыуында ла ҡатнашҡан. Ул да тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Оксана Пушкина – бик ҡыҙыҡлы кеше, I каналдан килгән алып барыусы менән осрашып, уның фәһемле кәңәштәрен тыңлау һәйбәт булды. Миңә лә тележурналист һөнәре бик яҡын. Шуға ла үҙемде ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарҙы бирҙем. Оксана Викторовнаның һәр һорауға ентекле яуап биреүе оҡшаны, ул бер һорауҙан да ҡасмай. Америкала 6 йыл йәшәүе һәм эшләүе тураһында ла һөйләне. Ул Рәсәйгә ҡайтҡас, сит илдә алған тәжрибәһе буйынса үҙ тапшырыуын эшләгән. Телевидениела балалар контенты тураһында ла һөйләштек.