Республика һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, бюллетендәрҙең 100 процентын эшкәрткәндән һуң Радий Хәбировтың 82,02 процент тауыш йыйыуы асыҡланған. Белеүегеҙсә, Радий Фәрит улы 2018 йылдың 11 октябрендә ил Президенты Владимир Путин тарафынан республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәйне.