Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 11:48

«Таҙа һыу» проекты эшләй

Республикабыҙҙа эсәр һыу мәсьәләләре хәл ителә. Был йүнәлештәге «Таҙа һыу» төбәк проекты «Экология» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Июлдә ғәмәлгә ашырыла башланған программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм ул 29 объектты төҙөү һәм төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала. Уның эшләй башлауы 45 ауылдағы 200 меңгә яҡын кешеһен һыу менән тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк.

Быйыл проектта 2 муниципалитет – Дәүләкән ҡалаһы һәм Өфө районы ҡатнаша. Дәүләкәндә эсәр һыуҙы таҙартыу системаһы төҙөлә, ә Өфө районында алты ауылда ошо йүнәлештә эш алып барыла. Алдағы йылдарҙа Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещенск, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында эштәр үтәсәк.
Читайте нас: