Бөтә яңылыҡтар
10 Сентябрь 2019, 14:06

Ауыл уҡытыусыларына – 600 мең һум

Республикабыҙҙа 190 ауыл уҡытыусыһы грантҡа дәғүә итә. Уларҙың исемлеге мәғариф министрлығының рәсми сайтында баҫылған.

Конкурста хеҙмәт стажы 2 йылдан да кәм булмаған, ауылда уҡытҡан 35 йәшкә тиклемге педагогтар ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта ауылдағы кешеләр һаны 10 меңдән дә артмаҫҡа тейеш. Грантҡа дәғүә итеүселәрҙе мәктәп, мәғариф бүлектәре тәҡдим итә.

Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: грант алғандан һуң уҡытыусы 10 йыл тирәһе мәктәптә эшләргә тейеш. Хеҙмәт килешеүен өҙгән осраҡта грант суммаһын кире ҡайтарырға бурыслы.

Йыл һайын йәш уҡытыусыларға 600 мең һум күләмендә грант биреләсәк.
Читайте нас: