– Композитор Сергей Рахманиновтың баҡса-музейы ошондай статусты алыуы айҡанлы, биләмәбеҙҙе өс тапҡырға арттырырға, 100 гектарға еткерергә ниәтләйбеҙ, – ти музейҙың директоры Александр Ермаков.
Әйткәндәй, үткән йылдың декабрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең халыҡ артисы, пианист Денис Мацуевтың, 2023 йылды Музыка йылы тип иғлан итергә кәрәк, тигән тәҡдимен хуплағайны. Шулай уҡ ил етәксеһе 2019 йылда композитор Сергей Рахманиновтың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы, мәҙәни саралар ойошторорға кәрәклеге хаҡында ла һүҙ йөрөткәйне.