Был ярҙам 14 йәшкә тиклемге инвалид балаларға шифаханала йәки реабилитация үҙәгендә һаулыҡтарын нығытыу өсөн бирелә. Бер сертификаттың хаҡы – 42 мең һумға яҡын, ә бөтәһе республика ҡаҙнаһынан 63 миллион һум бүленгән. Әле ғаризалар ҡабул ителә башланы. Сертификатты Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге бирә. Өфөләр уның бүлектәренә бөгөндән мөрәжәғәт итә ала.
Ошо арала Күп функциялы үҙәктәр менән килешеү төҙөләсәк, республиканың бүтән ҡалалары һәм райондарында йәшәгәндәр улар аша ғариза бирәсәк. Сертификат ҡулға эләккәс, ике ай эсендә файҙаланырға кәрәк була.