Бөтә яңылыҡтар
11 Сентябрь 2019, 14:25

Туҡланыу бушлай булырмы?

Кисә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың «Бәйләнештә» селтәрендәге яҙмаһы иғтибарҙы йәлеп итте.

Мәктәптә уҡыусыларҙың туҡланыуы тураһында ошолайыраҡ яҙған ул: «Үҙемдең округ буйынса райондарҙа йөрөгәндә, был турала күп һорауҙар бирәләр. Әлеге ваҡытта аҙ тәьмин ителгән ғаилә балаларын – бушлай, ғәҙәти ғаиләләрҙекен күпмелер түләтеп ашаталар. Балалар әсәйҙәренән ниңә улай икәне тураһында һорай икән. Бының сәбәбен уларға аңлатыуы ҡыйын һәм, әлбиттә, уҡыусыларҙы туҡланыу буйынса төрлө категорияға бүлеү дөрөҫ түгел. Шуныһы ла бар: атай-әсәйҙәргә белешмәләр йыйыу өсөн әллә күпме ваҡыт, юл сығымдары китә.

Беҙ был мәсьәләне Дәүләт Думаһында тикшерҙек тә уны хәл итеү өсөн мәктәптәрҙә бөтә башланғыс синыф уҡыусыларын ашатыуҙы, ғаиләнең килеменә ҡарамай, түләүһеҙ итергә кәрәк, тигән фекергә килдек. Әле ҡанун проекты өҫтөндә эшләү өсөн Дәүләт Думаһы һәм РФ Хөкүмәте вәкилдәренән торған эш төркөмө булдырҙыҡ».

Һәйбәт бит? Киләсәктә был турала ҡанун ҡабул ителер, тип ышанабыҙ. Артабан кескәйҙәрҙе генә түгел, XI синыфҡа тиклем бөтә уҡыусыларҙы ла мәктәп ашханаһында бушлай ашатыу тураһында ла уйлай икән депутаттар. Шәп булыр ине ул.
Читайте нас: