Башҡортостандағы ФАП-тары корпустарын яңыртыу өсөн 376 миллион һум аҡса ҡаралған, шуларҙың 266 миллион 200 меңе – федераль ҡаҙнанан. Ә республикабыҙҙа 380 медицина пункты яңыртыу талап итә. Шулай уҡ «Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур» проекты сиктәрендә 132 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы мәғлүмәт-элемтә ҡоролмалары менән йыһазландырыласаҡ.