– 2022 йылда Рәсәйҙә Бөтә донъя туризм көнөн үткәреү ғаризаһын ҡарарығыҙға, шулай уҡ беҙҙә Халыҡ-ара туризм үҙәген асыуҙы күтәреп алыуығыҙға ышанабыҙ, – тине ил башлығы Бөтә донъя туристик ойошмаһының Генераль Ассамблеяһының 23-сө сессияһында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәтендә.
Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә беренсе тапҡыр Генераль Ассамблея сессияһы үтә. Уны уҙғарыу урыны итеп Санкт-Петербург һайланыуы юҡҡа түгел, бында донъяның төрлө тарафтарынан кешеләр килергә атлығып тора.
– Был ҡала, Рәсәйҙең үҙе кеүек, һәр ваҡытта ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Донъяның иң матур, ҡунаҡсыл туристик баш ҡалалар рәтенә индерергә мөмкин, – ти Путин.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һуңғы биш йылда Рәсәйгә 125 миллион сит ил туристары килгән. «Был беҙҙең туристик өлкәне үҫтереүҙең эҙмә-эҙлекле һөҙөмтәһе», – ти ил башлығы.