Бөтә яңылыҡтар
13 Сентябрь 2019, 11:58

Һөт кухнялары тергеҙелә

Республикабыҙҙа йыл аҙағынаса тағы ла дүрт һөт кухняһы асыласаҡ.

Был хаҡта Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. Һөт кухняларын тергеҙеү «Демография» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Әле улар Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында эшләй. Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, 2 мең 300 бала бушлай файҙалы эсемлек менән тәьмин ителә. 2019 йылдың аҙағынаса Сибай, Нефтекама, Октябрьский, Белоретта ла һөт кухнялары булдырыласаҡ. Бында алты айҙан өс йәшкәсә балалар сифатлы һөт ризыҡтары менән файҙалана ала.


Читайте нас: