Бөтә яңылыҡтар
16 Сентябрь 2019, 11:28

Халыҡтың туҡланыуы тикшерелә

Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе биш төбәктә – Мәскәү, Һамар, Свердлов, Омск өлкәләрендә һәм Башҡортостанда халыҡтың нисек туҡланыуын, уларҙың рационы сәләмәт туҡланыу рәүешенә ни тиклем тап килеүен тикшерә.

Тикшереү барышында кешеләрҙең нисә тапҡыр һәм ниндәй ризыҡты күберәк ҡулланыуҙары, өйҙә һәм башҡа урындарҙа нисек туҡланыуҙары асыҡланасаҡ. Бының өсөн һорау алыу йәки анкета тултырыуҙар ойошторола. Ведомство сайты хәбәр итеүенсә, был саралар «Демография» милли проектының «Йәмәғәтселек сәләмәтлеген нығытыу» федераль проекты сиктәрендә алып барыла.

Читайте нас: