Бөтә яңылыҡтар
16 Сентябрь 2019, 11:22

Урыҫ теле яҡлана

Урыҫ теле буйынса Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Совет составы билдәле булды. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫланы. Советтың төп маҡсаттарының береһе – Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә урыҫ телен яҡлау һәм күтәреү.

«Этносфера» милләт-ара белем биреү үҙәгенең етәксеһе Елена Омельченко белдереүенсә, донъяның төрлө илдәрендә урыҫ теленән белем биреүсе уҡытыусыларға ярҙам итеү Рәсәй өсөн бик мөһим. Хәҙерҙән үк интернет селтәрендә бер нисә портал эшләп килә, унда уҡытыусы инеп, ҡатмарлы тел һорауҙары буйынса Рәсәй белгестәренән кәңәш йәки тәжрибәһен өйрәнә ала.


Читайте нас: