Бөтә яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 18:12

Ипотека алғайныңмы?

Был мәғлүмәтте ипотекаға фатир алған күп балалы ғаиләләр көткәндер, моғайын.

Рәсәй Министрҙар Кабинеты финанс министрлығының шундай ғаиләләргә 450 мең һум аҡса түләү тураһындағы ҡарарын раҫлаған. Шулай итеп, 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө йәки унан һуңғы балалары тыуған ғаиләләргә биреләсәк ул. Был ҡағиҙә уллыҡҡа бала алыусы ғаиләләргә лә ҡағыла икән.

Әлбиттә, документтар, белешмәләр юллап йүгерергә кәрәк буласаҡ. Ҡыҙыҡһыныусылар «Дом.РФ» сайтына инеп, 450 меңде алыу өсөн ниндәй документтар талап ителеүе тураһында белә ала.
Читайте нас: