Бөтә яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 18:07

Олимпиадалар старт ала

Төбәктәрҙә Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп этабы башланды.

IV – XI синыф уҡыусылары 24 фән буйынса белемдәрен тикшереп ҡарай ала. Кескәйҙәр иһә – математика менән урыҫ теленән. Шулай уҡ үҙеңдән өлкәнерәк синыфтарҙың олимпиада мәсьәләләрен дә эшләп ҡарарға мөмкин. Тәүге этап 1 ноябргә тиклем барасаҡ. Шунан тейешле балл йыйған уҡыусылар район, ҡала һәм республика кимәлендә көстәрен һынаясаҡ.

Бөтә Рәсәй олимпиадаһы – һәләтле балалар менән эшләүҙең, иң-иңдәрҙе асыҡлауҙың бер ысулы ул. Бәйгенең йомғаҡлау этабы еңеүселәре йәки призёрҙары булған сығарылыш синыф уҡыусылары юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк менән файҙалана. Уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: