Бөтә яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 11:35

Путин Ҡөрьән юлдарын хәтергә төшөрҙө

«Бында Төркиәлә, күбеһенсә мосолман халҡы булған илдә изге Ҡөрьән юлдарын иҫкә төшөрмәй мөмкин түгел. Унда: «Аллаһы Тәғәләнең рәхимлелеген хәтергә төшөрөгөҙ. Һеҙ ҡасандыр дошмандар инегеҙ, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе татыулаштырҙы һәм һеҙҙе фекерҙәштәр итте», – тиелә. Бына мин дә ошонан сығып эш итергә кәрәк, тип уйлайым», – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй – Төркиә – Иран саммиты йомғаҡтары буйынса үткәрелгән матбуғат конференцияһында.

Әйткәндәй, шәмбегә ҡараған төндә Сәғүд Ғәрәбстанының көнсығышындағы нефть предприятиелары унлаған пилотһыҙ осоу аппараттары менән һөжүм ителде. Бының өсөн Йәмән фетнәселәре ғәйепләнде. Һөжүм һөҙөмтәһендә нефть сығарыу ике тапҡырға кәмене.

Ә АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Майк Помпео: «Йәмәндән һөжүм булғанын дәлилләүсе мәғлүмәттәр юҡ», – тип был эштә Иранды ғәйепләне. Ә Тегеран был һүҙҙәрҙе кире ҡаға.


Читайте нас: