Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәт иң юғары кимәлгә еткән, илдәр араһында «эстәлекле сәйәси диалог» һалынған. Шулай уҡ Рәсәй лидеры 2020 йылдың ғинуарында Израилгә барып, Иерусалимда Ленинград блокадаһы ҡорбандарын хәтерләү мемориалын асырға теләү ниәтен дә белдерҙе.