Бөтә яңылыҡтар
18 Сентябрь 2019, 11:39

Һөнәри әҙерлек үҙәге буласаҡ

2020 йылда баш ҡалабыҙҙа уҡыусылар һәм мәктәпте тамамлаусылар өсөн һөнәри әҙерлек үҙәге асыу күҙаллана.

Был хаҡта «PROFфест» һөнәрҙәр фестиваленә арналған матбуғат конференцияһында мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе.

– Беҙ «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 50 миллион һумлыҡ грант оттоҡ. Үҙәкте тыныслыҡ урамындағы 14-се йортта урынлашҡан бизнес үҙәгендә булдырыу ҡарала, – тине Айбулат Вәкил улы.

Белем усаҡтарында һөнәри йүнәлеш биреү буйынса эш күптән алып барыла. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, иртә һөнәри йүнәлеш биреү проекты сиктәрендә быйыл Өфө районының Миловка ауылында Башҡорт дәүләт аграр университет һәм урта махсус уҡыу йорттары менән берлектә аграр синыф асылды. Уҡыусылар бишенсе синыфтан алып ауыл хужалығы һөнәрҙәре серҙәренә төшөнә башлаясаҡ.

«Яңы һөнәрҙәр атласы» проектының да һөнәри йүнәлеш биреүҙә ярҙамы ҙур буласаҡ. Уның ярҙамында ҡыҙҙар һәм егеттәр, хәҙерге һөнәрҙәрҙән тыш, киләсәк һөнәрҙәре менән дә таныша ала. Ошо йылдың аҙағына проект әҙер булырға тейеш. Унда 22 тармаҡ буйынса яңы һөнәрҙәр күрһәтелә, айырым бүлексәһе эшҡыуарлыҡҡа арнала.
Читайте нас: