Бөтә яңылыҡтар
20 Сентябрь 2019, 11:23

Электрон медицина карталары булдырыла

Йыл аҙағына тиклем бөтә медицина ойошмаларында ла электрон медицина карталары эшләй башлаясаҡ. Был турала мотлаҡ медицина страховкалау федераль фондының рәйес урынбаҫары Светлана Кравчук белдерҙе.

– Һуңғы йылдарҙа һанлаштырыу программаһы сиктәрендә электрон медицина картаһы булдырылғайны. Ул бөтә ил буйынса индерелеп, йыл аҙағына тиклем бөтә медицина учреждениеларында ла эшләй башларға тейеш, – тине ул.

Шулай уҡ «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында бөтә фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ла документтарҙы алып барыу электрон форматҡа күсереләсәк.


Читайте нас: