Бөтә яңылыҡтар
23 Сентябрь 2019, 11:15

«Урмандарҙы һаҡлайыҡ!»

«Урмандарҙы һаҡлайыҡ!» Бөтә Рәсәй акцияһы сентябрь-октябрь айҙарында үтә. Был изге эштә 80 төбәк ҡатнаша. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 4 миллионға яҡын ағас ултыртылған да инде. «Уларҙың ерегеп, үҫеп китеүенә өмөтләнәбеҙ», – ти Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрының тәүге урынбаҫары Денис Храмов.

Ул «Экология» милли проектына һалынған аҡсаға өҫтәп урмандарҙы тергеҙеү, янғын сығанаҡтары менән көрәш өсөн техника алыуға быйыл тағы өҫтәмә 2 миллион 800 мең бүленеүен белдерҙе.

Әйткәндәй, «Урмандарҙы һаҡлайыҡ!» акцияһы 31 октябргә тиклем дауам итәсәк, уның барышында 30 миллион тирәһе ағас ултыртыу көтөлә. Акцияның маҡсаты – 2024 йылға тиклем урмандарҙың майҙансығын киңәйтеү, «Экология» милли проектында билдәләгәнсә, киҫелгән һәм янғындар һөҙөмтәһендә юҡҡа сығарылған урмандар майҙансығы кимәленә еткереү.


Читайте нас: