Ил етәксеһенең һүҙҙәренсә, ауыр һәм ҡурҡыныс сирҙең таралыуына бәйле, был көрәшкә әҙер булыр өсөн өҙлөкһөҙ эшләргә кәрәк.
Алдан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә алты ай эсендә яман шеш менән үлеүселәр һаны 1,5 процентҡа артҡан. Ә йөрәк-ҡан тамырҙары менән үлеүселәр һаман да беренсе урында биләй әле. Яман шеш менән сағыштырғанда, ауырыу сәбәпле вафат булыусылар һаны 0,7 процентҡа ғына кәмеүе күҙәтелә.