Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бында эшләү өсөн 2 мең 500 ауыл уҡытыусыһы «Кванториум» балалар технопарктары селтәрҙәре базаһында тәжрибәһен арттырған. Бынан тыш, 11 мең педагог онлайн режимда әҙерлек үткән.
Әйткәндәй, Башҡортостанда 133 «Үҫеш нөктәһе» эшләй. Кушнаренкола, мәҫәлән, бер түгел, ике үҙәк булдырылған, улар – гимназия һәм 1-се мәктәп базаларында.