Бөтә яңылыҡтар
26 Сентябрь 2019, 11:15

Рәсәйҙә өс үлсәмле ҙур панорама асылды

Санкт-Петербургта Рәсәйҙә иң ҙуры булған «Хәтер һөйләй. Һуғыш аша юл» тигән Бөйөк Ватан һуғышы тураһында өс үлсәмле панорама асылды. Экспозицияның майҙаны – 2 мең метр. Ул 8 залды биләй һәм 10 тематик биләмәнән тора.

Бындай панорама Рәсәй Президенты Владимир Путиндың теләге буйынса тормошҡа ашырылған. Былтыр ил етәксеһе Ленинград өлкәһендә Ленинград блокадаһына арналған «Өҙөклөк» панорамаһын ҡарағас, ижади команданың масштаблы экспозиция булдырыу идеяһын хуплаған.


Читайте нас: