Бөтә яңылыҡтар
27 Сентябрь 2019, 17:35

21 бала тәрбиәләгән ғаилә призёр булды

Ирина Александровна һәм Вәхит Рәүил улы балалары менән бергә Саранскиҙа үткән «Волга буйының уңышлы ғаиләһе» конкурсы призёрҙары булды. Улар «Ғаилә эше» номинацияһында награда алды.

Республикабыҙҙың Благовещен ҡалаһында йәшәгән Вәлиев-Вервельскийҙар ғаиләһендә — үҙҙәренең өс балаһы, икәүһе балалыҡҡа һәм 16-һы тәрбиәгә алынған.

– Беҙ балаларҙың бөтәһенә бер тигеҙ ҡарайбыҙ, — ти Ирина Вервельская. — Ата-әсә улар хаҡында хәстәрлек күрһә, яратһа, аңлаһа, тормош ауырлыҡтарын кисермәһен өсөн барыһын да эшләһә, балалар бәхетле була. Балаларҙың һөйөүен, иғтибарын һәм күңел йылылығын тойған ата-әсә икеләтә бәхетле.
Читайте нас: