Улар – Өфөнөң 97-се, 29-сы, 220-се, Бөрөнөң 7-се «Йылмайыу», Өфө районының Булгаковтағы «Семицветик», Подымаловтағы «Фантазия» балалар баҡсалары. Был консультатив үҙәктәре булған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына 2020 йылда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙнанан аҡса бүленәсәк. Ә бөтә Рәсәй Федерацияһын алғанда, 164 балалар баҡсаһы был грантҡа эйә булды, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан.