Бөтә яңылыҡтар
27 Сентябрь 2019, 16:27

Исемдәр мәңгеләштерелде

Дыуан районының Мәсәғүттәге республика интернат-лицейына Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов исеме бирелде.

Ғафури районының Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы иһә билдәле ғалим Нияз Мәжитов исемен алды.

Салауат районының Торналы урта мәктәбе лә исемле булды. Был белем усағы билдәле яҡташтары, генерал Артур Әхмәтханов исеме менән йөрөтөләсәк. Был туралағы указға республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Мәктәптә иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйыла.
Читайте нас: