Бөтә яңылыҡтар
30 Сентябрь 2019, 11:25

Амур юлбарыҫына иғтибар ҙур

Һуңғы йылдарҙа биолог-ғалимдар, экологтар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ирекмәндәр тырышлығы менән Амур юлбарыҫын һаҡлау һәм арттырыу буйынса һиҙелерлек һөҙөмтәләргә ирешелгән, «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән йыртҡысҡа йәшәү өсөн шарттар ҙа тыуҙырыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путин фекеренсә, Владивостокта 29-30 сентябрҙә егерменсе тапҡыр уҙғарылған «Юлбарыҫ көнө» халыҡ-ара фестивале Амур тайгаһы хужаһының яҙмышына битараф булмағандар, Рәсәйҙең уникаль тәбиғи байлыҡтарын һаҡлау буйынса үҙен яуаплы тойғандарҙы йыя. Әлбиттә, был фестиваль ошо төбәктең мәҙәни тормошон биҙәп тә тора, тип өҫтәне ил етәксеһе.





Читайте нас: