Бөтә яңылыҡтар
30 Сентябрь 2019, 12:10

Өфөнөң балалар баҡсаларында аллергиянан яфаланған кескәйҙәр өсөн төркөмдәр асылды

Яңы уҡыу йылынан Өфөнөң ете балалар баҡсаһында аҙыҡ-түлеккә аллергиянан яфаланған балалар өсөн төркөмдәр эшләй, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.

Һауыҡтырыу йүнәлешендәге төркөмдәр 24-се, 33-сө, 73-сө, 106-сы, 234-се, 279-сы һәм 89-сы Белем биреү үҙәгендә асылды.

Бында һәр балаға ата-әсәләр менән килешеү буйынса айырым меню әҙерләнә.

Балаларҙы ошондай төркөмдәргә урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса район мәғариф бүлектәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип белдерҙеләр ведомствола.


Читайте нас: