Рәсәй Хөкүмәте белем усаҡтарында йылы бәҙрәфтәр ҡуйыр өсөн 12 миллиард һум аҡса бүләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә был мәсьәләне ике йылда хәл итеп бөтөүҙе талап итте.
Әйткәндәй, ошо йылдың февраль айында президент Рәсәйҙә 200 мең баланың нормаль йылылыҡ, һыу үткәргесе, канализация үткәрелмәгән белем усаҡтарына йөрөүе тураһында билдәләп үткәйне.
Йылы бәҙрәф мәсьәләһе башҡаларҙы ла борсомай ҡалмай. Йылы бәҙрәф төҙөү космодром төҙөү түгел дә инде, тип белдергәйне Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко.