Бөтә яңылыҡтар
1 Октябрь 2019, 19:16

Иң ҡиммәтле телефондар һатылып бөткән

Эх, йәл! Рәсәйҙә iPhone 11 Pro, iPhone 11 Pro Max и iPhone 11 һатылып бөткән.

Apple интернет-магазин вәкилдәре йәшел һәм көрән күк төҫөндәге был телефондарҙың һатылып бөтөүен белдерҙе. «Интерфакс» агентлығы хәбәр итеүенсә, яңы быуын гаджеттары октябрь аҙағында ғына һатыуға сығасаҡ. Тимәк, 3 – 4 аҙна көтөргә тура киләсәк инде. Ҡиммәтле телефондарҙың улай тиҙ бөтөүен компания вәкилдәре үҙҙәре лә көтмәгән.

Әйткәндәй, Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында iPhone телефонының яңы моделдәре ваҡытлыса эшләмәй. Бында һүҙ хәтере 256 һәм 512 гигабайт булған смартфондар хаҡында бара.
Читайте нас: