Фильмға төшкән ваҡытта, төрлө фестивалдәргә барғанда, күпме танылған шәхестәр менән танышҡан ул. Ә Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов Арыҫланға «Радость нашего дома» («Беҙҙең өйҙөң йәме») китабын бүләк иткән. Бәләкәй актёр быйыл I синыфҡа ғына уҡырға барыуына ҡарамаҫтан, уны уҡып сыҡҡан да инде! Вәт маладис малай. Әсәһе Гүзәл Ҡырымсурина әйтеүенсә, ул 4 йәшендә үк уҡырға өйрәнгән икән. Бында, әлбиттә, өләсәһе, 30 йыл тәрбиәсе булып эшләгән Фәниә Заһир ҡыҙының да өлөшө бар.