Бөтә яңылыҡтар
2 Октябрь 2019, 17:57

Өфөлә төбәк-ара “Мостай уҡыуҙары” ғилми конференцияһы уҙа

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуына арналған сара әҙиптең исемен йөрөткән белем усағы - 158-се башҡорт гимназияһында ойошторола.

Конференцияға ебәрелгән эштәр 4 номинация буйынса баһалана, ти Республика мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров.

Иртәгә иһә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала халыҡ-ара “Мостай уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙа.


Читайте нас: